Уҡыуҙа, эштә нисек итеп намаҙ уҡырға?
Уҡыуҙа, эштә нисек итеп намаҙ уҡырға? Ҡайһы бер кешеләр уҡыу йәки эшләү сәбәпле намаҙ уҡый алмайбыҙ, тиҙәр. Намаҙҙы үтәр өсөн ул тиклем нимә кәрәк һуң? Барлап ҡарайыҡ: 1. Ваҡыт Йәй көнө эш ваҡытына бер намаҙ (4 минут) тура килә. Яҙлы- көҙлө – ике намаҙ (4 мин. + 4 мин.), ә ҡыш көнөндә өс намаҙ (4 + 4 + 3 мин.) тура килә. Намаҙ уҡыу ул – кешенең йән талабы. Кеше бит тән талаптарын үтәп тора: hауа һулай, ашай-эсә, бәҙрәфкә бара h.б. Эш ваҡытында ла бер кем дә уны быларҙы башҡарыуҙан тыймай, нисә тапҡыр бәҙрәфкә барҙың, унда күпме ваҡыт торҙоң, тип һорамайҙар. Шуға күрә лә эш сәғәттәрендә 4, 8, иң күбе 11 минутыңды намаҙ уҡыуға бүлеүеңә бер кем дә ҡаршы килмәҫ! Бары тик һинең намаҙ уҡырға теләгең генә булһын. Шулай уҡ, тәмәке тартыусылар ҙа эштә төтөн һурып ултырырға нисектер ваҡыт табалар. Күп осраҡтарҙа эш биреүселәр үҙ хеҙмәткәрҙәренең намаҙ уҡыуына ҡаршы килмәй. Тырышһағыҙ, ин шәә Аллаһ, намаҙҙы үҙ ваҡытында үтәрһегеҙ. Эшкә урынлашҡанда уҡ эш биреүсегә алдан уҡ “көнөмә 11 минут намаҙ уҡырға кәрәк булыр” тип әйтергә була. Намаҙ уҡыу өсөн киткән ваҡытты эштән һуң ҡалып йә иһә эшкә бер аҙ алдараҡ килеп тә ҡапларға була бит. Эш сәғәтендә төшкө аш ваҡыты hәм ял итеү өсөн махсус ваҡыт билгеләнгән булһа, унда инде һорап тормайһың – ул һинең ваҡытың. Ғибәҙәт ҡылырға һәр кемдең дә хаҡы hәм хоҡуғы бар. Эш биреүсе намаҙ укыуымдан риза булмаҫ тип уйларға ашыҡмағыҙ, һеҙ бит әле етәксегеҙ менән ул хаҡта һөйләшмәнегеҙ. Беҙ бит кешеләр. Һөйләшеп аңлашабыҙ. Аллаhҡа тәүәккәлләп һөйләшегеҙ, Раббыбыҙ һеҙгә был мәсьәләне еңеллек менән хәл итәргә ярҙамын бирер, ин шәә Аллаһ. 23 2. Тәhәрәтле булыу Намаҙ уҡыу өсөн тәhәрәтле (ғөсөлле hәм кесе тәhәрәт – вуду менән) булыу кәрәк. Ҡайһы бер осраҡтарҙа (һыу булмаһа; һыу бик һалҡын булһа; сирле ваҡытта һыу ҡулланырға ярамаһа) тәһәрәтте, ғөсөлдө тәйәммүм (ер затынан булған: тупраҡҡа, ҡомға, туҙанға ике ҡулды ус яғы менән һуғып алып йөҙөңде һәм беләҙеккә ҡулдарыңды һыпырыу) алыштыра. 3. Намаҙ уҡыусы кешенең кейеме Намаҙ уҡығанда ғәүрәттәрҙе ҡаплау тейешле, фарыз. Намаҙ уҡыу өсөн ирҙәр кендектән (биле тапҡырынан) тубыҡтарына ҡәҙәр булған ғәүрәттәрен ҡапларлыҡ кейем кейергә тейеш (ғәҙәттә, ир-егеттәр быларҙан да артығын кейә). Ҡатын-ҡыҙҙың кейеме йөҙө менән ҡул суҡтарынан башҡа бөтөн ерҙәрен ҡапларға тейеш. Әле яңы ғына намаҙға баҫҡан, шәриғәт ҡушҡанса кейенергә күңеле менән әҙер булмаған ҡатын-ҡыҙҙар эшкә, уҡыуға барғанда намаҙ уҡыу кейемен үҙҙәре менән алып барһындар. Намаҙ уҡыу өсөн киң итеп тегелгән иркен күлдәк йәки халат hәм яулыҡ кәрәк буласаҡ. 4. Тәндең, кейемдең hәм намаҙ уҡыясаҡ урындың таҙа, пак булыуы Намаҙҙы аяҡ кейемен таға булғанда, һалмайса ла уҡырға мөмкин. Әгәр ҙә иҙән йыуылып торһа һәм таҙа булһа, әйбер (намаҙлыҡ) йәймәйенсә лә намаҙ уҡырға рөхсәт ителә. Ерҙә, ҡар өҫтөндә лә намаҙ уҡырға мөмкин. Намаҙҙы туҙанлы, цементлы, мазутлы кейемдә лә уҡыу дөрөҫ, сөнки туҙан, цемент, мазут hәм башҡа шундай нәмәләр нәжес (бәүел, тиҙәк һ.б.) тип һаналмай. Намаҙ уҡыр өсөн бер ҙур таҫтамал (75 см. х 110 см.) хәтлем урын етә. Иҙән һыуыҡ йә иһә бысраҡ булһа, картон, фанера, намаҙлылыҡ, йә иһә бүтән шундай таҙа әйбер йәйеп тә уҡып була.