Был хаҡта хәҙистәрҙә, изге аяттарҙа нимә тиелә?
Был хаҡта хәҙистәрҙә, изге аяттарҙа нимә тиелә? Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Хаҡ иман эйәһендә һис ҡасан ике сифат бергә осрашмаҫ: ҡомһоҙлоҡ һәм насар холоҡ» (Тирмизи, Бирр, 41/1962); ✔️«Ғәҙелһеҙлектән ҡурҡығыҙ, сөнки, хаҡтыр, Ҡиәмәт Көнөндә ғәҙелһеҙлек ҡараңғылыҡ булып әүереләсәк, һәм ҡомһоҙлоҡтан ҡурҡығыҙ, сөнки нәҡ ҡомһоҙлоҡ һеҙгә ҡан ҡойоуға һәм хәрәмгә этәреп һәләк иткән» (Мөслим, Бирр, 2578); «Көн һайын, Аллаһ ҡолдары иртән уянғанда, (күктән) мотлаҡ ике фәрештә төшә, уларҙың береһе әйтә: — Йәә Аллаһ, милкен сарыф иткәнгә уның хаҡын ҡайтар! — ә икенсеһе әйтә: — Йәә Аллаһ, һаранды милкенән мәхрүм ит!» (Бохари, Зәкәт, 1442). Раббыбыҙ изге аяттарҙа, фани донъя байлыҡтарын көҫәп, уларҙы Аллаһ юлында сарыф итмәгәндәрҙе әсе язмыш көтәсәге тураһында киҫәтә: «Ул ғәйбәтсе ниндәй юл менән булһа ла мал йыйҙы, үҙ ул малды тейешле урынына бирмәйенсә, һаранлыҡ менән йәшереп һаҡланы. Тәхҡиҡ, ул ғәйбәтсе һаран, малы уны донъяла мәңге ҡалдырыр, тип уйлайҙыр. Юҡ, үҙ башына бәлә булған малына таянып, ул, әлбиттә, Йәһәннәм утына ырғытылыр. Хутәмәнең нимә икәнлеген һиңә кем аңлатып бирер? Аллаһ яндырған хәтәр тамуҡ булыр ул Хутәмә. Йөрәктәрҙе яндырыусы хәтәр уттыр ул Хутәмә» (әл-Һүмәзәһ (Ғәйбәтсе), 2–7).