Ҡайғырып өҙгөләнһәгеҙ, көн дә «Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» зекерен әйтегеҙ
Ҡайғырып өҙгөләнһәгеҙ, көн дә «Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» зекерен әйтегеҙ ✅Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Кем дә булһа, «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» зекерен уҡыһа, бөтөн ҡайғы-хәсрәттәре китер", - тигән. Был зекерҙең мәғәнәһе: «Көс һәм ҡеүәт бары тик Аллаһ Тәғәләнән». ✅ Уны берәү көнөнә 100 тапҡыр ҡабатлап әйтһә, ул кешегә фәҡирлек килмәҫ. ✅Әбү Һөрәйрә риүәйәт иткән хәҙис-шәрифендә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ с.ғ: «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» доғаһы туҡһан туғыҙ сирҙән дауалыр. Ул сирҙәрҙең иң кескенәһе — ҡальб һыҡтауылыр», - ти. ✅Был доғаны уҡыған кешелә һис бер һыҡтау, хәсрәт, һыҙланыу ҡалмаҫ. ✅ Пәйғәмбәребеҙҙең иң мөбәрәк доғаһына иғтибар итһәк, «99 сиргә дауалыр, был сирҙәрҙең иң кескенәһе күңел һыҡтауы, күкрәү ҡыҫыуы, ҡайғы үә һыҙланыуҙар», — ти. «Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» доғаһын уҡыған кешенең хәсрәт үә һыҙланыуҙары үҙҙәренән-үҙҙәре һүнер, таралыр. Йәнә хәҙрәте Ғәли (р.г.) әфәндебеҙҙең риүәйәт иткән бер хәҙис-шәрифе. ✅ Пәйғәмбәребеҙ с ғ: «Кемдер берәр нәмәнән ҡайғырып өҙгәләнһә, «Ләә-хәүлә үә ләә ҡеүәтә иллә-билләһ» доғаһын уҡыһын». Тимәк, был доға ҡайғы-хәсрәттәребеҙҙең китеүе өсөн берҙән-бер дауа", - тигән. ✅ Ә бына Табарани риүәйәт иткән бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ былай тигән: «Аллаһ Тәғәләнең үҙенә биргән ниғмәтенең үҙендә дауамлы булып ҡалыуын теләгән кеше күп-күп итеп: «Ләә-хәүлә үә ләә ҡүүәтә иллә-билләһ» доғаһын уҡыһын».