НАМАҘ ВАҠЫТТАРЫ
НАМАҘ ВАҠЫТТАРЫ Тәүлегенә биш ваҡыт намаҙҙы теүәл билдәләнгән ваҡыттарында уҡырға кәрәк. 1. Иртәнге намаҙ. Уның ваҡыты - таң атҡандан алын, ҡояш ҡалҡа башлағанға тиклем дауам итә. Ул 2 рәкәғәт сөннәт, 2 рәкәғәт фарыз итеп уҡыла. 2. Өйлә намаҙы. Уның ваҡыты - ҡояш зәүәлдән үткәндән башлап, икенде ваҡытына тиклем дауам итә. Ул 4 рәкәғәт сөннәт, 4 рәкәғәт фарыз, 2 рәкәғәт сөннәт итеп уҡыла. 3. Икенде намаҙы. Уның ваҡыты - һәр нәмәнең күләгәһе үҙенән ике тапҡыр оҙонайғандан алып, ҡояш байый башлағанға тиклем дауам итә. Ул 4 рәкәғәт фарыз итеп уҡыла. 4. Аҡшам намаҙы. Уның ваҡыты - ҡояш байығандан һуң, киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәнгә тиклем дауам итә. Ул 3 рәкәғәт фарыз, 2 рәкәғәт сөннәт итеп уҡыла. 5. Йәстү намаҙы. Уның ваҡыты - киске шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәндән алып, төн уртаһына тиклем дауам итә. Ул 4 рәкәғәт фарыз, 2 рәкәғәт сөннәт итеп уҡыла. Аҙаҡтан 3 рәкәғәт витр - үәжиб намаҙы ҡушып уҡыла