Ҡөрьәндең шифаһы хаҡында
Ҡөрьәндең шифаһы хаҡында Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларын төрлө һынау менән һынай. Шул һынауҙарҙың береһе — төрлө ауырыуҙар һәм сирҙәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Аллаһы Тәғәлә ниндәй генә сир ебәрмәһен, уның менән бергә шифаһын да ебәрә». 📚 (Бохари риүәйәте) Тимәк, шифаны эҙләп табырға ғына кәрәк. Бөгөнгө көндә төрлө ауырыуҙар артҡандан-арта бара: йән сирҙәре лә, тән ауырыуҙары ла күбәйә. Һәм ошо барлыҡ сирҙәргә ҡаршы бер көслө дауа бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, иманыбыҙҙың көсһөҙ булыуы, ғилемебеҙҙең етмәүе сәбәпле, беҙ ул дауа менән бик аҙ ҡулланабыҙ, хатта уны нисек ҡулланырға икәнен дә белмәйбеҙ. Ул дауа — Ҡөрьән, Ҡөрьән менән дауаланыу һәм уның аша шифа алыу. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндең бер нисә аятында шифаның Үҙенең Китабында булыуын аңлата. Аллаһы Тәғәлә «Исра» сүрәһенең 82-се аятында әйтә: «Беҙ Ҡөрьәнде иман килтергәндәр өсөн шифа һәм рәхмәт итеп индерҙек. Ә залимдарҙың ул бары тик зыяндарын ғына арттыра». Ғалимдар был аятты тәфсир итеп, Ҡөрьәндә төрлө сирҙәргә ҡарата шифа барлығын аңлата. Әммә Аллаһы Тәғәлә бында бер иҫкәрмә яһай: «иман килтергәндәр өсөн». Сөнки мөьминдең дәрәжәһе юғарыраҡ. Мосолмандар араһында монафиҡ кеше лә булырға мөмкин. Ә мөьминдең күңелендә һәм йөрәгендә бер ниндәй шикһеҙ Аллаһы Тәғәләгә, Ҡиәмәт көнөнә, фәрештәләргә, тәҡдиргә һәм имандың башҡа нигеҙҙәренә ышаныс була. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә: «...иман килтергәндәр өсөн шифа», — тип әйтә. Йәғни дингә ихлас күңелдән ингән, иманды тулыһынса ҡабул иткән мөьминдәр өсөн Ҡөрьәндә шифа бар. Аллаһы Тәғәлә шул уҡ аятта дауам итеп: «Ә залимдарҙың ул бары тик зыяндарын ғына арттыра», — ти. Шуға күрә Ул Ҡөрьәндең хаҡ шифаһын иң элек дин әһелдәренә бирә. Аллаһы Тәғәлә башҡа аяттарында ла Ҡөрьәндең файҙаһы тураһында бәйән итә. Ғалимдар Ҡөрьән аяттарына нигеҙләнеп, уның шифаһын бер нисә төргә бүлеп аңлата.