Көндәрҙең иң олоһо - Йома
Көндәрҙең иң олоһо - Йома ✔️“Ҡояш ҡалҡҡан иң яҡшы көн - йома көнө. Был көндә Әҙәм яратылды, был көндә йәннәткә кертелде һәм был көндә ергә төшөрөлдө. Ҡиәмәт көнө лә мотлаҡ ошо көндә буласаҡ”. ✔️“Йома көнөндә бөтә доғаларҙың да ҡабул ителер ваҡыты бар, ошо ваҡытта ҡылған доға мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ” ✔️“Айҙарҙың иң олоһо - Рамаҙан, көндәрҙең иң олоһо – йома”. Ошо һәм башҡа бик күп хәҙистәр бар йома көнө тураһында. Беҙҙең халыҡта элек «йома сәйе» тигән матур йола булған. Өләсәйҙәребеҙ бер-береһен сәйгә саҡырған, тәмле кәнфиттәрен, яҡшы сәйҙәрен йома көнөндә генә өҫтәлгә ҡуйған. Ҙур эштәрен дә йома көнөндә башларға тырышҡандар. Был йола хәҙер ҙә аҙ-маҙ һаҡлана. Әммә элекке кешеләр эштәрен ҡалдырып, йома намаҙына мәсеткә ашыҡҡан. Ә бөгөн аҙан тауышын ишетеп тә, мәсеткә барыусылар һирәк. 400–500 кеше йәшәгән ауылда йома намаҙына 4–5 кешенең генә барыуы уйландыра. Ҡалғандары көндәлек эштәрен ҡалдыра алмай. Ә бит Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә әйтте: “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Йома көндө намаҙға саҡырғас, сауҙағыҙҙы ташлап, Аллаһты иҫкә алырға ашығығыҙ. Әгәр белһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Намаҙ үтәлгәс, таралышығыҙ һәм Аллаһтың рәхмәтен эҙләгеҙ. Аллаһты күп тапҡыр иҫкә алығыҙ, бәлки, бәхетле булырһығыҙ” (“Йома” сүрәһе, 10 аят). Йома көндө мәсеткә барып йома намаҙын үтәү - мосафир булмаған, бәлиғ һәм аҡылы теүәл булған ир-егеттәргә мотлаҡ эшләй торған ғәмәл. Уларҙың йома намаҙын ҡалдырыуы оло гонаһ булып һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткән: “Йома-көндәрҙең башлығы. Был көн Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарына ҡарағанда ла хәйерлерәк. Кем дә кем өс тапҡыр рәттән йома намаҙын ҡалдыра, уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ”. “Әгәр берәйһе йома көндө йыуынып-таҙарынып мәсеткә барып, намаҙын уҡып, имам һөйләгән хөтбәне тыңлап ҡайтһа, уның ике йома араһында ҡылған кесе гонаһтары ярлыҡаныр”, - тип әйтелә бер хәҙисендә.