Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ...
Йортоғоҙҙоң эсе нур бөркөп, бәрәкәт менән тулһын тиһәгеҙ... Ашарға бешергән ваҡытта түбәндәгеләрҙе үтәргә кәңәш ителә: ✅ Ашарға бешерер алдынан тәһәрәтләнеп алығыҙ. ✅ Аш-һыу бүлмәһенә ингәс: «Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим», – тип әйтегеҙ. ✅ Әгәр ҙә эшегеҙ ныҡ күп булһа, өлгөрмәйем тип, борсолһағыҙ: «Ләә хәүлә вә ләә куввәтә иллә билләһ», – тип ҡабатлағыҙ. ✅ Әҙерләр алдынан, ризығыбыҙ нур менән тулһын, уны тәмләп ҡараусыларҙың иманы нығынһын, изге эштәр башҡарырға илһамландырһын, тип ниәтләп, эшегеҙҙе башлағыҙ. ✅Өйөгөҙгә бәрәкәт инһен өсөн, һатып алған ризыҡтарға «Кәүсәр» менән «Ҡәҙер» сүрәләрен уҡығыҙ. ✅ Ашарға бешергән ваҡытта «Нур» сүрәһенең 35-се аятын уҡығыҙ. Ғаилә ағзалары араһында мөхәббәт арта, йөрәккә яҡты нур һәм изгелек өҫтәлә. ✅Плитәне тоҡандырғас: «Аллаhүммә аджирни мина-н-нар», – тип әйтегеҙ. ✅Һыуҙы ҡулланғанда Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә салауат әйтегеҙ: «Аллаһүммә сәлли ғәлә Мөхәммәдин үә ғәлә әли сәйидинә Мөхәммәд». ✅Еләк-емеш, йәшелсәләр һәм ит менән булышһағыҙ: «Аллаhумма инни асалюка-ль-джанна», – тип зикер әйтегеҙ. ✅Бысаҡты ҡулланғанда « Собханаллаһ» һәм «әлһәмдүлилләһ» тип зикерҙәрҙе ҡабатлағыҙ. ✅Әҙер ризыҡҡа ете тапҡыр «Көрәйеш» сүрәһен уҡығыҙ. ✅Бик арып китһәгеҙ: «Әғүҙүбилләһ», – тип зикер әйтегеҙ. ✅Бөтә эштәрҙе тамамлағас, Аллаһы Тәғәлә рәхмәт әйтергә онотмағыҙ Хәҙистәрҙән сығып әҙерләнде.