Изге йома көнө мөбәрәк булһын!
Изге йома көнө мөбәрәк булһын! Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын, Раббыбыҙ беҙҙе үҙенең рәхмәтенән һәм мәрхәмәтенән ташламаһын, беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарыбыҙҙы ярлыҡаһын. Илдәребеҙ тыныс, йорт-ҡураларыбыҙ имен булһын, ашлыҡтарыбыҙ уңып торһон, ризыҡтарыбыҙ мул булып, тулы ғаилә бәхетенә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Һуғыш-ғәрәсәттәр туҡтап, ил башлыҡтары үҙ-ара килешеп, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Барлыҡ изге уй-теләктәребеҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ 🤲. Әмин🤲.