Насарлыҡтан тыйыу ҙа - саҙаҡа
Насарлыҡтан тыйыу ҙа - саҙаҡа Аллаһының Илсеһе ғәләйһис-сәләм әйтте: " Һәр көн иртә булғас, һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ тәнендә күпме быуындар булһа, шул ҡәҙәр саҙаҡа бирергә тейеш. Һәр бер әйтелгән Аллаһҡа маҡтау һүҙе - саҙаҡа, һәр бер әйтелгән әлхәмдүлилләһи һүҙе - саҙаҡа, һәр бер әйтелгән Аллаһтан башҡа илаһ юҡ һүҙҙәре - саҙаҡа, һәр бер әйтелгән Аллаһ бөйөк һүҙе - саҙаҡа, яҡшылыҡҡа өндәү - саҙаҡа, насарлыҡтан тыйыу - саҙаҡа, ләкин быларҙың барыһын да үҙе менән иртә менән уҡылған нәфел намаҙ /духа намаҙы /алмаштыра".