Ауыр саҡта Аллаһы Тәғәлә кәрәк
Ауыр саҡта Аллаһы Тәғәлә кәрәк Тормош етеш булып, бер ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәгәндә Аллаһы Тәғәне хәтергә лә төшөрмәйбеҙ. Әгәр ҙә инде ҡайғы ишек ҡағып, дуҫтар, туғандар ситләшә башлаһа, ярҙамға өмөт итеп, Аллаһы Тәғәләгә ялбара башлайбыҙ. Шуға оҡшаш бер хәлде һеҙгә миҫал итеп килтерәбеҙ. Бер ҡатында яман шеш тапҡас, бик ныҡ дингә тартыла башлай: итәктәре оҙоная, башына яулыҡ ябына, бөтә доға-зикерҙәрҙе ятлап, тиҙ арала намаҙға баҫа. Аллаһы Тәғәләгә ялбара - ялбара, доға ҡыла-ҡыла, шифа бир, дауала мине, тип һорай. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте киң, был ҡатынға операция яһалып, күпмелер дауаланғандан һуң табиптар уны, тормошоңа бер нәмә лә янамай, рәхәтләнеп йәшә, тип ҡайтарып ебәрәләр. Ул ваҡытта ҡыуанысын белһәгеҙ. Әммә иң аяныслыһы шунан һуң башлана. Иң элек ҡатындың яулығы башынан төшә, оҙон күлдәген элеккегә алмаштыра, ә иң ҡурҡынысы - намаҙ уҡыуҙан туҡтай. "Нишләргә лә белмәйем. Аллаһы Тәғәлә алдында оят. Раббыбыҙ доғабыҙға яуап итеп, ғаиләбеҙгә шундай һөйөнөс бирҙе. Уға шөкөр итеүебеҙҙе тағын да арттырырға, күберәк ғибәҙәт ҡылырға, тип яйлап ҡына әйтеп ҡараным. Аллаһ тағын башҡа бәлә-ҡаза менән һынай ала бит, тип әйтеп ҡараным, әммә иҫе китмәй, ти. Ниҙәр генә ҡылайым икән? Ҡатынымдың рәхмәтһеҙлеге арҡаһында берәй проблемаға дусар булмабыҙмы, тип тә ҡурҡам", - ти ире. Эйе, ысынлап та, Әҙәм балалары бик шөкөрһөҙ шул. Аллаһы Тәғәлә был хаҡта Ҡөрьәндә лә әйткән бит: "Әйт: "Ул — бар итеүсе, һеҙгә ишетеү ҡеүәте, күҙҙәр һәм йөрәктәр биреүсе. Һеҙ бик аҙ шөкөр ҡылаһығыҙ". "Мөлөк" сүрәһе, 23-сө аят. Бындай миҫалдар тормошта етерлек. Рәхәт саҡта, тормошобоҙ ал да гөл булғанда беҙгә дин дә, Аллаһы Тәғәлә лә кәрәк түгел. Ә бына тормош юлы ҡараңғы бер тар һуҡмаҡҡа килтереп сығарһа, бер кем дә ярҙам итмәй башлаһа, Аллаһҡа ялбара башлайбыҙ. Был хаҡта Ҡөрьәндә лә әйтелә. "Беҙ кешегә (һаулыҡ һәм байлыҡ кеүек) ниғмәт биргәс, (рәхәткә сығып, Беҙгә шөкөр итеүҙән) йөҙ сөйөрә һәм (тәкәбберлеге сәбәпле, беҙгә итәғәт итеүҙән) йыраҡлаша. Уға (ауырыу һәм фәҡирлек кеүек) яманлыҡ ҡағылғас иһә, күп доға ҡыла". Ә бына бер кем ярҙам итә алмаҫлыҡ хәлгә юлыҡһа, башын эйеп, мәсеткә килә. Пәйғәмбәребеҙ с. ғ: "Рәхәт сағыңда Аллаһты таны, ауыр сағыңда Ул һине таныр", - тигән бит (Тирмиҙи риүәйәте, 2516. Был хәҙис беҙҙе уйландырырға тейеш. Секунд һайын Раббыбыҙ һауаһына мохтажбыҙ, сәғәт һайын уның һыуын эсеп, көн һайын уның ерендә йөрөп торабыҙ. Ә шулай ҙа һаман тәкәбберләнәбеҙ. Уға ғибәҙәт ҡылыу тураһында уйламайбыҙ ҙа. Аллаһы Тәғәләнең беҙгә бар биргәне өсөн яуап бирер ваҡыт етеп үкенгәнсе, был донъяла уҡ мин-минлекте тәкәббер башты аҫҡа эйеп, Раббыбыҙға шөкөр итеп, Үҙе риза булырлыҡ ғәмәлдәр ҡылып йәшәһәк ине. Раил Фәйзрахманов яҙмаһынан әҙерләнде.