Һәр һүҙебеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ
Һәр һүҙебеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ ✅.Тел - кеше тәнендәге иң файҙалы ла, иң ҡурҡыныс та ағза булып тора... ✅..Ауыҙыңдың эсендәге һүҙгә һин үҙең хужа, ауыҙыңдан сыҡтымы - һин уға хужа түгел, ул һинең хужаңа әйләнә. Уйламаған әйткән һүҙ кешенең бөтә нәмәһен юҡҡа сығара ала... ✅Ҡиәмәт көнөндә һөйләгән һүҙҙәребеҙ өсөн дә яуап бирәсәкбеҙ. Күп кеше телен тыймағаны өсөн йәһәннәмгә ырғытыласаҡ, Аллаһ һаҡлаһын... Тел тураһында хәҙистәр: ✅"Һәр иртә һайын кешенең бөтә ағзалары ла телде вәғәзләргә тотона: "Һин Аллаһтан ҡурҡ. Һин тура юлдан барһаң, беҙ ҙә тура юлдан барабыҙ, һин аҙашһаң, беҙ ҙә аҙашабыҙ..." ✅"Кем дә кем Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанһа, һөйләһә - хәйерле һүҙ һөйләһен, юҡ икән - өндәшмәһен" Халыҡ әйтеме: ✅«Һөйләүең - көмөш булһа, ҡайһы ваҡыт өндәшмәй ҡалыуың - алтын булыуы мөмкин." ✅...Уйламай әйткән һүҙең арҡаһында донъяңды ла, ахирәтеңде лә юғалтыуың мөмкин... ✅...Кешенекенә ҡарама, үҙеңдә булғаны менән ҡәнәғәт бул...