Намаҙҙың өҫтөнлөктәре — 4 июня 2026 г. в 03:30:03.125
Намаҙҙың өҫтөнлөктәре 1. Намаҙ – ул яҡшы эштәрҙең башланғысы Аллаһ рәсүле әйткән: “Ҡиәмәт көнөндә кешенән иң беренсе намаҙы һоралыр. Әгәр ҙә ул дөрөҫ булһа, уның башҡа ғәмәлдәре лә дөрөҫ булыр; ә инде ул боҙоҡ булһа, уның башҡа ғәмәлдәре лә юҡ булыр” 2. Намаҙ гонаhтарҙы юя Пәйғәмбәребеҙ былай тигән: “Әгәр кеше дөрөҫ итеп тәһәрәт алып, намаҙын укыһа, ошо уҡыла торған hәм алда уҡыласаҡ ике намаҙ араһындағы гонаhтары ғәфү ителер”. Аллаһ рәсүле йәнә былай тип әйткән: “Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әгәр берәүегеҙҙең өйө алдынан йылға ағып ятһа, hәм ул көнөнә биш тапҡыр шунда йыуынһа, ул кешелә ниндәй ҙә булһа бысраҡ ҡалыр инеме?” Кешеләр: “Юҡ, бер ниндәй ҙә бысраҡ ҡалмаҫ ине”, – тип яуап биргән. Шунда Пәйғәмбәребеҙ әйткән: “Нәҡ бына шулай Аллаh һеҙҙе биш намаҙ менән гонаһтарҙан таҙарта” .