Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтуһ.
Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтуһ. Хәйерле иртә, дуҫтар. Пәйғәмбәр (с.ғ.в.) әйкән: «Ҡайҙа ғына булһаң да, Аллаһтан ҡурҡ, һәр насар эшең артынан уны ҡапларлыҡ яҡшы эш эшлә, кешеләргә яҡшы мөғәмәләлә бул» . Әт–Тирмиҙиҙа килтерелә . Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында яҡшы, изге эштәр генә башҡарырға яҙһын ин шәә Аллаһ 🤲. Раббыбыҙ биргән ниғмәткә, эшебеҙгә шөкөр итеп, рәхмәтле булып ҡына йәшәйек. Эшебеҙ, йөрөгән юлдарыбыҙ уң, үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Яңы көн яңы шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен ин шәә Аллаһ 🤲.