Кешенең өс төрлө ғәмәле файҙа килтерә
Кешенең өс төрлө ғәмәле файҙа килтерә Кеше вафат булғандан һуң, барлыҡ ғәмәлдәре өҙөлә. Тик уның өс төрлө ғәмәле генә файҙа килтерәсәк: ✔️садаҡатүл-джәрийә, йәғни кеше үлгәндән һуң да файҙа килтерә торған саҙаҡа; ✔️башҡаларға биреп ҡалдырылған белем; ✔️балаларының доғалары(Мөслим). Тормош үҙ яйы менән бара. Киләсәккә пландар ҡороп йәшәһәк тә , иртәгә ни булырын бер кем дә белмәй. Әгәр ҙә һеҙгә Аллаһы Тәғәлә: «Кискә үләһең», - тип әйтһә, нишләр инегеҙ? Бер ваҡыт мәшһүр ғалим Ибн Мөбәрәккә: “Әгәр ҙә һиңә Аллаһы Тәғәлә кискә табан үләһең", - тип әйтһә, нишләр инең?"– тип һорағандар. Ул: «Ғилем алыр инем», – тип әйткән. Ғилемдең бәрәкәте - уны аңлау һәм уның буйынса ғәмәл ҡылыу. Йәғни һандыҡ төбөнә бикләп һалып ҡуйыу түгел, ә уны ҡулланыу, башҡаларға өләшеү мөһим. Белем алайыҡ, ғилем юлында булайыҡ, саҙаҡа бирергә онотмайыҡ, балаларыбыҙҙы иманлы итеп тәрбиәләйек.