Сабырлыҡ тураһында
Сабырлыҡ тураһында Халҡыбыҙҙа ла: «Сабырлыҡтың төбө - алтын»,- тиҙәр. Юҡҡа, әйтмәйҙәр икән. Динебеҙҙә лә хәҙистәрҙә, Ҡөрьәндә был хаҡта әйтелә. Аллаһы Тәғәлә әйтте: "Дөрөҫлөктә, сабыр иткән йәки итәғәт һәм ғибәҙәт ауырлыҡтарына сыҙаған кешеләргә хисапһыҙ әжер һәм сауаптар булыр" (Зөмәр сүрәһе, 10). Тағы ла был хаҡта: "Әгәр берәү кешеләрҙең золомына һәм язаһына сабыр итһә, сыҙаһа, уларҙы кисерһә, үс алмаһа, дөрөҫлөктә, был, әлбиттә, эштәрҙең яҡшыһы", - тине. (Шура сүрәһе, 43). "Әгәр Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе яратһа, ул уларҙы һынауҙарға дусар итә, шунан һуң ҡәнәғәт булыусылар ниғмәтен таба, ә ҡәнәғәтһеҙҙәргә асыуы ирешер". Был хәҙисте Тирмизи килтерә һәм яҡшы хәҙис, ти. Аллаһтың илсеһе ғәләйһиссәләм әйткән: "Бик күптәрҙе еңеүсе ҡеүәтле түгел, бары тик асыуланғанда үҙен ҡулға алыуға һәләтле кеше генә ҡеүәтле". (Бохари, Мөслим).