Йоҡларға ятыр алдынан уҡығыҙ
Йоҡларға ятыр алдынан уҡығыҙ Ғәйшәнән (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт ителеүенсә, Аллаһ илсеһе (ﷺ) йоҡларға ятыр алдынан, доға ҡылған шикелле ҡулдарын ҡушып, устарына еңелсә төкөргән дә «Ихлас», «Фәләҡ» һәм «Нәс» сүрәләрен уҡыған. Шунан устары менән тәнен баштан-аяҡ һыпырған. Быны өс тапҡыр эшләгән. «Аятел-Көрси»ҙе уҡыу мөстәхәб (кәңәш ителә) һанала. Йоҡлар алдынан уҡый торған доға: «Би́смикәл-лааһүˊммә, әмүүтү үә әхйәә»🤲 Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Һинең исемең менән үлеп (йоҡлап), Һинең исемең менән тереләмен (уянамын)»