🌿 Бик фәһемле хикәйәт
🌿 Бик фәһемле хикәйәт Мотлаҡ уҡып сығығыҙ, һеҙгә лә бик фәһемле булыр, тип уйлайбыҙ. 🌿Үпкә йөгө 🌿 Бер көндө уҡыусы остазына мөрәжәғәт иткән: — 😊 Һеҙ шул тиклем аҡыллыһығыҙ. Һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә йөрөйһөгөҙ, бер ҡасан да асыуланмайһығыҙ. Миңә лә шулай йәшәргә өйрәтә алмаҫһығыҙмы? — тигән. Уҡытыусы йылмайған да 😊: — Әлбиттә, өйрәтә алам, — тип, уға бер нисә 🥔 картуф һәм үтә күренмәле пакет килтерергә ҡушҡан. Шунан былай тигән: — Һәр кемгә үпкәләгән 😔 йәки асыуланған 😠 һайын, бер картуф ал. Уның бер яғына үҙ исемеңде, икенсе яғына шул кешенең исемен яҙ ҙа пакетҡа һалып ҡуй 🎒. Һәм ул пакетты һәр ваҡыт үҙең менән алып йөрө. Кемгәлер тағы үпкәләһәң тағы бер картуф өҫтә. Уҡыусы остазының һүҙен тыңлаған 👍 ⏳ Көндәр үткән. Ваҡыт үтеү менән пакеттағы картуфтар күбәйгәндән-күбәйә барған. Пакет ауырланған, уны күтәреп йөрөүе лә ҡыйынлаша башлаған 😣. Етмәһә, иң элек һалынған картуфтар сереп 🤢, насар еҫ тарата башлаған. Ахырҙа уҡыусы, түҙә алмайынса, уҡытыусыһына килгән: — 😩 Был пакетты инде йөрөтөүе мөмкин түгел. Беренсенән, ул бик ауыр, икенсенән, картуфтар серей башланы. Башҡа юл юҡмы ни? — тигән. Шунда остаз тыныс ҡына былай тип яуап биргән 🌱: — Кеше күңеле лә тап шулай 💔. Берәүгә асыу һаҡлаһаң йәки үпкә йыйһаң, күңелеңдә ауыр таш барлыҡҡа килә 🪨. Тәүҙә һин уны һиҙмәйһең. Әммә ваҡыт үтеү менән ул таштар күбәйә, йәнеңде баҫа башлай. Үпкә күңелде серетә, кешенең холҡон боҙа. Йөрәктәге был ауырлыҡтан ҡотолоу еңел түгел… 🥀 Үҙең менән күтәреп йөрөтөүе генә ауыр. Мин һиңә ошо күренеште үҙ күҙҙәрең менән аңлар өсөн күрһәттем 👀✨. Кемгәлер үпкәләр алдынан йәки берәүҙе рәнйетер алдынан, үҙ-үҙеңдән һора: 💭 “Миңә был ауыр таш ысынлап та кәрәкме?”