Йорт нигеҙенә ниндәй доға яҙып күмергә?
Йорт нигеҙенә ниндәй доға яҙып күмергә? ❓ «Иҫке йортто һүтеп, урынына яңыһын төҙөргә булдыҡ. Йорт нигеҙендә дүрт мөйөштә лә тимер аҡсалар сыҡты. Күршебеҙ: “Өйҙә аҡса күп булһын өсөн шулай эшләйҙәр. Һеҙ ҙә яңы нигеҙгә доға яҙылған ҡағыҙ күмеп ҡалдырырға тейешһегеҙ”, — тине. ❓ Ниндәй доға яҙып күмергә кәрәк?» Беҙҙең әби-бабаларыбыҙҙа дин менән ғөрөф-ғәҙәттәр бик тығыҙ бәйләнгән булған. Ҡайһы бер кешеләр ғөрөф-ғәҙәт булған ғәмәлдәрҙе лә диндә шулай ҡушылған тип аңлата. ❌ Йорт нигеҙенә лә аҡса, ла доға — бер нәмә лә күмеп ҡалдырырға кәрәкмәй. Сөнки былар — хөрәфәт. ✅ Бөтәһе лә: байлыҡ та, именлек тә — Аллаһтан. Әгәр өйөгөҙҙә именлек, ислам нуры булһын тиһәгеҙ: ❌ доға яҙып күмергә түгел, ✅ ә көн һайын доға уҡырға, ✅ йорт төҙөгәндә лә, әҙер йортҡа ингәндә лә, сыҡҡанда ла, ғөмүмән, һәр эште башлағанда «Бисмилләһир-рахманир-рахим» һүҙҙәре менән башларға, ✅ өйҙә даими рәүештә Ҡөрьән уҡырға (йәки яңғыратырға), ✅ һәм өйҙә намаҙ уҡырға кәрәк. 🌸🌸 Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Йорттарығыҙҙы ҡәберлеккә әйләндермәгеҙ», — тигән һүҙҙәре бар. Әбү Һөрәйрә (Аллаһ унан разый булһын) был һүҙҙәрҙе былай тип аңлатҡан: намаҙ уҡылмаған, Ҡөрьән уҡылмаған йорт — ҡәбер кеүек ҡараңғы һәм нурһыҙ була. Шулай итеп, йорт нигеҙенә доға яҙылған ҡағыҙ күмеп ҡуйыу менән генә бер нәмә лә үҙгәрмәй.