⚡️Ир кешенең ғаиләһенә алып ҡайтҡан аҡсаһы ла – саҙаҡа
⚡️Ир кешенең ғаиләһенә алып ҡайтҡан аҡсаһы ла – саҙаҡа ✅Тик ул саҙаҡа булып яҙылһын өсөн иртән эшкә сығып киткәндә ошо һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк. Ир кеше: « Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ғаиләмде тәьмин итергә аҡса эшләргә ниәт иттем», – тип әйтеп, аҡса эшләргә йөрөһә генә уның тир түгеп эшләгән аҡсаһы саҙаҡа булып иҫәпләнә. ✅Әгәр ҙә был һүҙҙәрҙе әйтмәһә, ҡатынына биргән аҡсаһы саҙаҡа булып иҫәпләнмәй. ✅Ир-егеттәр аҡса эшләүен дә шулай саҙаҡа итә ала. Ә Аллаһы Тәғәлә ризалығына ирешеү өсөн бирелгән саҙаҡа был донъяла бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалай, мал-мөлкәтебеҙҙе арттыра.