⚡️Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!
⚡️Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! ⚡️Был изге көндөң сөннәттәре һәм әҙәптәре ✔️Йома өсөн ғөсөл алыу; ✔️ Тырнаҡтарҙы ҡырҡыу; ✔️Мисүәк менән ауыҙ ҡыуышлығын таҙартыу; ✔️Матур һәм таҙа кейемдәрҙе кейеү; ✔️Мисүәк һөртөнөү; ✔️ Мәсеткә иртәрәк барыу; ✔️ Имам-хатипҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булған сафтан урын алыу (ләкин һуңға ҡалған кешенең, унан алда килгәндәрҙе этеп-төртөп, алдағы сафтарҙа үҙенә урын табырға тырышыуы ярамаған эш һанала); ✔️Имам-хатиптың йома хөтбәһен (вәғәзен) бер һүҙ ҙә өндәшмәй, шым ғына тыңлап ултырыу; ✔️ Аллаһҡа доғалар менән мөрәжәғәт итеү; ✔️ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә күп итеп салауат-сәләмдәр әйтеү; ✔️ «Әл-Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһен уҡыу. ✅Раббыбыҙ ике йома араһында баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү итһә ине. Һәр беребеҙгә хәйерле, бәрәкәтле ғүмер, һаулыҡ-сәләмәтлек, рух ныҡлығы, иман байлығы, ике донъя бәхете, күңел тыныслығы насип итһен ин шәә Аллаһ🤲.