ЗӘКӘТ
ЗӘКӘТ Зәкәт Ислам диненең биш бағанаһының береһе булған оло ғибәҙәттең фарызылыр. Зәкәттең мөьминдәргә Аллаһ Тәғәләнең фарызы иткәнен белдереп рәсүлебеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм бер хәҙистә әйткән: «Иннәллааһә-фтәрада ғәләйһим садаҡатән фии әмүәлиһим тәьхүҙү мин әғнийәиһиим үә түраддү ғалә фуҡарааиһим». Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә мөьминдәргә малдарынан зәкәт саҙаҡаһы биреүҙе фарыз ҡылды. Ул зәкәт өлөшө мөьминдәрҙең байҙарынан алынып фәҡирҙәренә ҡайтарылыр. Зәкәт хаҡында Ҡөрьән китабында утыҙ ике тапҡыр әйтелә: Фуссыйлат сүрәһенең 7 аятында: Зәкәт бирмәүселәр –әхирәт көнөнә ышанмаусылар. Нәмел сүрәһенең 3 аятында: Улар намаҙҙарын уҡыйҙар, зәкәттәрен бирәләр һәм әхирәт көнөнә ышаналар. Был хаҡта башҡа сүрәләрҙә лә әйтелә. Ә инде Тәүбә сүрәһенең 34-35 аяттарында: Ана шундай кешеләр улар: алтын-көмөштәрен һаҡларҙар (һаранлыҡ менән) һәм ул малдан Аллаһ юлына бирмәҫтәр, зәкәттәрен сығармаҫтар. Уларға хәбәр бир һин – зәкәт бирмәгән өсөн уларҙың язалары тамуҡ утындағы ғазаптыр. Йыйған малдары тамуҡ утында ҡыҙырылған маңлайҙарына, арҡаларына һәм ике яҡ ҡабырғаларына баҫылыр һәм әйтелер: Бына был һеҙҙең донъяла саҙаҡаға мохтаж булған фәҡирҙәрҙән йөҙҙәрегеҙе борған, уларға арҡаларығыҙҙы күрһәткән өсөн. Инде һаранлыҡ менән һаҡлаған малығыҙҙын ғазабын татығыҙ. Был һеҙгә Аллаһ Тәғәләнең ғәҙел хөкөмөлөр.