Аллаhтан урлап башҡаларға бирә
Аллаhтан урлап башҡаларға бирә Хужа эшсеһенә эш хаҡы, премиялар түләй икән ти. Ә тегеһе эш ваҡытында башҡа эштәр менән булыша. Хужа эшсеһе менән риза булырмы? Әлбиттә юҡ! Ул әйтәсәк: “ Һин нимә, был – минең ваҡыт! Шуның 14 өсөн аҡса алып ятаһың бит!”, – тип. Эш ваҡытында үҙенең эше менән булған кеше эш биреүсенең ваҡытын урлай. ✔️Шулай уҡ намаҙын уҡымаған кеше лә: ул Аллаhҡа ғибәҙәт ҡылырға тейешле ваҡытты Раббыһыннан урлап, башҡаларға бирә бит. Кеше үҙенә, ғаиләһенә, туғандарына, дуҫтарына, таныш hәм таныш булмаған кешеләргә күпме ваҡытын бағышлай, хатта буш һүҙҙәр һөйләп hәм гонаhлы эштәр ҡылып исраф итә. Ә инде Аллаhҡа бирергә тейеш булған 24 минутын йәлләй.