Ололарға хөрмәт күрһәтеүҙе беҙ нисек аңларға тейеш һәм ул нимәлә сағыла?
Ололарға хөрмәт күрһәтеүҙе беҙ нисек аңларға тейеш һәм ул нимәлә сағыла? Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺдең йәшәү рәүешенең юлына күҙ һалһаҡ, ул үҙ ғәмәлдәре һәм һүҙҙәре менән уны аңлатып ҡалдырҙы. Былар уның сөннәһе булған хәҙистәрендә сағыла. Бер мәл Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ сит ҡәбиләнән бер төркөм кеше ҡунаҡҡа килде. Ҡунаҡтар Пәйғәмбәребеҙ ﷺ эргәһенә ултырышҡас, ул уларҙан: «Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ иң олоһо», -тип һораны. Һәм улар әл-Мөнзир исемле кешегә күрһәттеләр. Шунан һуң пәйғәмбәребеҙ әл-Мөнзирҙы үҙенең уң яғына ултыртты һәм ҡәбиләнең хәлдәрен һораштыра башланы. ✔️Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә: «Әгәр ҙә һеҙ юлға сыҡһағыҙ һәм намаҙ ваҡыты етһә, берегеҙ аҙан әйтһен һәм иң оло йәштәге кешегеҙ имам булып баҫһын» (Бохари). ✔️Осрашҡан ваҡытта ла йәштәрегеҙ беренселәрҙән булып ололарға сәләм бирһен һәм һүҙ башлағанда ла иң беренсе оло кеше башлаһын, тип ҡушты Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Ана шулай итеп иң беренсе сиратта, ололарға хөрмәт күрһәтеү, осрашҡан ваҡытта уларға беренсе булып сәләм биреү ҙә күренә. Ислам әҙәбе буйынса йәш кеше үҙенән олораҡ булған кешегә беренсе булып сәләм бирергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйтә: «Йәштәр ололарға, уҙып барыусы ултырып тороусыға, әҙ төркөм үҙенән ҙур төркөмгә (беренсе булып) сәләм бирә» (Бохари). ✔️Ололарҙы хөрмәт итеү сауап килтерер, донъялағы тормошобыҙҙың тыныслығын арттырыр. Аллаһы Тәғәлә саф күңелле ололарҙың доғаларын ишетеп, кешеләргә мәрхәмәт ҡылыр һәм ризыҡтарыбыҙҙы бәрәкәтләндерер. Бер мәжлестә Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бер һауыт шәрбәт тәҡдим иткәндәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, үҙ сиратында, шәрбәтте үҙенән йәшкә өлкәнерәк булған Әбү Үбәйҙә исемле иптәшенә тәҡдим иткән. Әбү Үбәйҙә: «Әй, Аллаһтың Рәсүле, беренсе булып һин ауыҙ ит. Һин минән лайыҡлыһын, һин Пәйғәмбәрһең,» тигәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Һин тәүҙә эс. Бәрәкәт ҡарттарыбыҙҙандыр», тигән, һәм шәрбәтте үҙенән олораҡ Әбү Үбәйҙәгә эсерткән.» Ана шулай, сөннәт буйынса ризыҡ ҡабул итеүҙе иң беренсе оло йәки хөрмәткә лайыҡ кеше башларға тейеш. Хуҙәйфә раҙыйАллаһу ғәнһә әйтә: «Әгәр ҙә беҙ Мөхәммәт ﷺ менән бергә булһаҡ, ризыҡҡа Аллаһтың илсеһе ҡулын һуҙмайынса ҡағылмай инек» (Мөслим). ✔️Әгәр берәр нәмә бирергә тура килһә, мәҫәлән, һыу булған һауытты, ризыҡты, башта оло кешенән башларға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ шулай тигән: « Миңә Джәбраил фәрештә өҫтөнлөктө ололарға (өлкәндәргә) бирергә ҡушты» (Әбү Бәкр әш-Шәфиғи). ✔️ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Миңә яҡыныраҡ ултыртығыҙ зәғиф кешеләрҙе, һеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризыҡ бирер, еңеү бирер зәғифтәрегеҙ сәбәпле», – тигән. Зәғифтәребеҙҙе лә хөрмәтләү беҙ әжер-сауап килтерә бит. Оло кеше — ул тормошон йәшәгән, йәмғиәтебеҙҙә файҙалы эҙен ҡалдырған, шуға күрә лә Аллаһы Тәғәлә алдында улар – һис шикһеҙ, хөрмәткә лайыҡлы кешеләр. Хатта Аллаһ Тәғәлә оло кешене ғазаптарға, уны язаға тартырға, тамуҡҡа индерергә ояла, тип әйтә ти. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә шулай тип әйтә: «Иң бәхетле булғандарығыҙ – ул да булһа, оҙон ғүмерҙәр кисереп, шул йәшәгән тормошоғоҙҙа Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылғандарығыҙ», – тигән.