Йома намаҙына йөрөйһөгөҙмө?
Йома намаҙына йөрөйһөгөҙмө? Пәйғәмбәрҙәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм: «Кем дә кем яҡшы итеп тәһәрәт алғандан һуң, йома намаҙына барып, шым ғына хөтбә тыңлаһа, бер йоманан икенсе йомаға тиклем ваҡыт эсендә ҡылынған гонаһтары артығы менән ғәфү ителер» ✔️«Эй иман килтереп ышаныусылар, әгәр йома көн йома намаҙына аҙан әйтелһә, эштәрегеҙҙе һәм сауҙаларығыҙҙы ҡуйып намаҙ уҡырға, вәғәз тыңларға ашығығыҙ. Был эш һеҙҙең өсөн хәйерлелер. Әгәр был эштең файҙаһын белһәгеҙ икән!»- тиелә Изге Ҡөрьән китабында (62:9). ✔️Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙисендә был көн тураһында былай тип әйткән: «Йома — көндәрҙең хужаһы [башлығы]! Был көн Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрамынан да хәйерлерәктер», һәм шулай уҡ былай тип тә әйткән: «Кем йома намаҙын өс тапҡыр рәттән ҡалдыра — уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ». Йома намаҙы ир-аттар өсөн генә фарыз. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн фарыз түгел, әгәр мәсеткә килеп хөтбә тыңлай икән, яҙығы юҡ. Тик иркен кейемдәр кейеп барырға, ир-аттар араһында ҡатышып йөрөмәҫкә тейеш.