Йома көнөндә «Кәһф» сүрәһен тыңларға ғына буламы? Әллә мотлаҡ уҡырға кәрәкме?
Йома көнөндә «Кәһф» сүрәһен тыңларға ғына буламы? Әллә мотлаҡ уҡырға кәрәкме? «Әл-Кәһф» сүрәһен уҡыған кешене киләһе йомаға ҡәҙәр нур яҡтыртып торор, уның ике йома араһындағы хата-гонаһтары ярлыҡаныр», - тиелә пәйғәмбәребеҙ с. ғ. с хәҙисендә. "Мәмерйә" сүрәһен уҡыу ваҡыты кесаҙна көнө ҡояш байыу менән башлана һәм йома көнөнөң ҡояшы байығансы дауам итә. Хәҙистә әйтеүенсә, уҡыған өсөн оло әжер-сауап бирелә. Ҡөрьән уҡый белмәгәндәргә тыңларға ла була, уларға ла әжер-сауап бирелһен ин шәә Аллаһ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әл-Кәһф» сүрәһе (ғәрәп الكهف, Мәмерйә ) — Ҡөрьән Кәримдең 18 сүрәһе. Мәккәлә ингән сүрә, 110 аяттан тора.