2. Диндә наҙанлыҡ артыуы. — 4 октября 2026 г. в 04:36:06.075
2. Диндә наҙанлыҡ артыуы. Хәҙис-шәрифтә әйтелгән: «Ҡөрьәнде өйрәнегеҙ һәм башҡаларҙы ла өйрәтегеҙ. Мираҫ хоҡуғын өйрәнегеҙ һәм быға башҡаларҙы ла өйрәтегеҙ. Оҙаҡламай шундай замандар етер: ике кеше мираҫ бүлеү тураһында бәхәсләшер, әммә был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерерҙәй кешене тапмаҫ» (Хайсами,IV, 223). Дини ғилем алыу һәм шуға ярашлы ғүмер итеү - һәр мосолмандың бурысы. Кешеләрҙә дини ғилемдең етерлек булмауы, тормоштағы дини ихласһыҙлыҡ - Ҡиәмәт көнө яҡынлашыуының бер билдәһе. Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм: Ғилемдең юҡҡа сығыуы, наҙанлыҡтың тамыр йәйеүе, зинаның киң таралыуы - Ҡиәмәттең яҡынайыу ғәләмәттәр (Әхмәт 3/176, әл-Бохари 81, Мөслим 2671, Әт-тирмиҙи 2205). Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтеүенсә, «ишәктәр шикелле, көллө ғаләм алдында зина ҡылғандар» хәле Ҡиәмәт көнө ҡурҡыныстарын татыясаҡ бәхетһеҙҙәрҙең хәленән бер ни менән дә айырылмай.