Ҡайһы көндө тырнаҡ киҫергә ярай?
Ҡайһы көндө тырнаҡ киҫергә ярай? Шишәмбе – ҡоро көн, тырнаҡ киҫергә ярамай, ти ҡайһы берәүҙәр. Ә динебеҙ буйынса тырнаҡты аҙнаның һәр ҡайһы көнөндә киҫергә ярай. Теге йәки был көн тип айырырға ярамай, һәр бер көнөбөҙ - Аллаһы Тәғәләнеке. Шишәмбе көнө лә киҫергә ярай, хөрәфәттәргә ышанмайыҡ. Киҫкән тырнаҡты күмеү хәйерлерәк, яндырырға ла мөмкин. Иң мөһиме, теләһә ҡайҙа таралып ятмаһын.
711 просмотров