Йома - көндәрҙең иң олоһо
Йома - көндәрҙең иң олоһо ✔️...“Ҡояш ҡалҡҡан иң яҡшы көн - йома көнө. Был көндә Әҙәм яратылды, был көндә йәннәткә кертелде һәм был көндә ергә төшөрөлдө. Ҡиәмәт көнө лә мотлаҡ ошо көндә буласаҡ”. ✔️“Йома көнөндә бөтә доғаларҙың да ҡабул ителер ваҡыты бар, ошо ваҡытта ҡылған доға мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ”. “Айҙарҙың иң олоһо - Рамаҙан, көндәрҙең иң олоһо – йома”. Ошо һәм башҡа бик күп хәҙистәр бар йома көнө тураһында. ✔️Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә: “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Йома көндө намаҙға саҡырғас, сауҙағыҙҙы ташлап, Аллаһты иҫкә алырға ашығығыҙ. Әгәр белһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн яҡшыраҡ. Намаҙ үтәлгәс, таралышығыҙ һәм Аллаһтың рәхмәтен эҙләгеҙ. Аллаһты күп тапҡыр иҫкә алығыҙ, бәлки, бәхетле булырһығыҙ”, - тигән (“Йома” сүрәһе, 10 аят). ✔️Йома көндө мәсеткә барып йома намаҙын үтәү - мосафир булмаған, бәлиғ һәм аҡылы теүәл булған ир-егеттәргә мотлаҡ эшләй торған ғәмәл. Уларҙың йома намаҙын ҡалдырыуы оло гонаһ булып һанала. ✔️Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткән: “Йома-көндәрҙең башлығы. Был көн Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарына ҡарағанда ла хәйерлерәк. Кем дә кем өс тапҡыр рәттән йома намаҙын ҡалдыра, уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ”. “Әгәр берәйһе йома көндө йыуынып-таҙарынып мәсеткә барып, намаҙын уҡып, имам һөйләгән хөтбәне тыңлап ҡайтһа, уның ике йома араһында ҡылған кесе гонаһтары ярлыҡаныр”, - тип әйтелә бер хәҙисендә.