БӨГӨНГӨ ТЕМАБЫҘ — ҠОМҺОҘЛОҠ 🤲
БӨГӨНГӨ ТЕМАБЫҘ — ҠОМҺОҘЛОҠ 🤲 Беҙгә был донъяла һәр ваҡыт нимәлер етмәй кеүек... Бәләкәй генә өйөбөҙ булһа — ҙурырағын теләйбеҙ. Машинабыҙ булһа — тағы ла матурырағын, ҡиммәтерәген алғыбыҙ килә. Бер хыялыбыҙ тормошҡа ашһа, икенсеһенә ынтылабыҙ. Шулай итеп, булғанына шөкөр итеү урынына, гел күберәккә ҡыҙығабыҙ. Донъя малы артынан ҡыуып, ҡайһы саҡта тормошобоҙҙоң иң мөһим ҡиммәттәрен онотабыҙ. Ә бит бер аҙ туҡтап уйланһаҡ... Кеше был донъяла күпме генә байлыҡ йыймаһын, үҙе менән бер тин дә алып китә алмай. Бөтә йыйған малы, матур өйҙәре, ҡиммәтле машиналары — барыһы ла был донъяла тороп ҡала. Ә үҙе менән кеше нимә алып китә? 🤲 Иманын, ҡылған изге ғәмәлдәрен, ихлас ниәттәрен һәм Аллаһ ризалығы өсөн эшләгән яҡшылыҡтарын. Ислам дине беҙҙе хәләл юл менән йәшәргә, булғанына шөкөр итергә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәм ҡомһоҙлоҡтан һаҡланырға өйрәтә. Ысын байлыҡ — мал-мөлкәттең күплегендә түгел, ә күңелдең бай һәм ҡәнәғәт булыуында. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла ҡәнәғәт күңел, ныҡлы иман, хәләл ризыҡ һәм булған ниғмәттәребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә насип итһен. Әмин! 🤲 🌿 Бөгөнгө темабыҙ — ҡомһоҙлоҡ. Әйҙәгеҙ, бергәләп уйланайыҡ: беҙ булғанына шөкөр итә беләбеҙме, әллә күңелебеҙ һәр ваҡыт тағы ла күберәкте талап итәме?