Башҡаларҙың хоҡуғын боҙоу булған ғәйбәттән беҙ ҡасһын өсөн, Аллаһ Тәғәлә бойора:
Башҡаларҙың хоҡуғын боҙоу булған ғәйбәттән беҙ ҡасһын өсөн, Аллаһ Тәғәлә бойора: «Эй, иманлы кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш-мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гонаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән туғанының итен ашап, кеше йәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был хәрәмде ҡылып, гонаһҡа батыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай» (әл-Хүджүрәт, (Бүлмәләр), 12). Ғәйбәтте үлгән туғаныңдың итен ашау менән сағыштырыу был гонаһтың ауырлығын аңлата, сөнки был ғәмәл аҡылдың, рухиәттең һәм әхлаҡтың ҡот осҡос түбән кимәлгә төшөүе тураһында һөйләй.