Ғәйбәт
Ғәйбәт Ғәйбәт – мосолмандың үҙе юҡ саҡта, әгәр ишетә ҡалһа,ҡайғыға һалған һәм оялтҡан кәмселектәрҙе тикшереү. Кешенең артынан һөйләп йөрөү оло гонаһ һанала. Аллаһ Илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер ваҡыт сәхәбәләренә һорау бирә: – Ғәйбәттең нимә икәнен һеҙ беләһегеҙме? Улар әйтә: – Аллаһ һәм Уның Илсеһе яҡшыраҡ белә. Ул әйтә: – Үҙе юҡ саҡта иман ҡәрҙәшең хаҡында уға оҡшамаған нимәләрҙе һөйләү ул. Улар һорау бирә: – Әгәр ҡәрҙәшемдә мин һөйләгән нимәләр булһа? Ул әйтә: – Әгәр үҙе юҡта һин уның тураһында булған нимәләр тураһында һөйләһәң, был – ғәйбәт. Әгәр ул нимәләр унда юҡ икән, тимәк, һин уға яла яғаһың (Мөслим, Бирр, 70; Әбү Дауыт, Әҙәп, 40/4874).