Яңы ғына дин юлына баҫҡандар өсөн!
Яңы ғына дин юлына баҫҡандар өсөн! Яңы ғына дин юлына баҫҡандар мәрхүмдәр рухына ҡыҫҡа ғына белгән сүрәләрҙе уҡып та доға ҡылып ҡуя ала. Мәҫәлән, тәһәрәтләнеп, Ҡөрьәндән «Фатиха», «Аятел көрси», «Ихлас» сүрәләрен уҡыйһығыҙ ҙа, унан ошо доғаны уҡып ҡуйырға була: « Йә Раббым, ошо сәғәттәрҙә, бер Үҙеңдең генә ризалығыңды өмөт итеп уҡыған Ҡөрьән аяттарын, барса кәмселек-хаталарымды ғәфү ҡылып, Үҙеңдең фазылың рәхмәтең менән ҡабул итеп ал. Унда булған әжер-сауаптарҙы ғаләмгә рәхмәт өсөн ебәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһү ғаләйһи үә сәлләмдең рух шәрифтәренә ирештереп, рухтарын шат ҡыл, Ҡиәмәт көнөндә шәфәғәттәрен беҙгә лә насип ит. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдең һәм әсәбеҙ Һауа радый Аллаһү ғәнһүләрҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Атабыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып, бөгөнгө көнгә ҡәҙәр ер йөҙөнә килеп киткән барса мөъмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең дә рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Зыяраттарыбыҙҙа мәрхүм-мәрхүмә булып, беҙҙән доға өмөт итеп ятыусы барлыҡ мөъмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл. Минән (ошо нигеҙҙән) доға өмөт итеүсе вафат булған барлыҡ туғандарымдың (ошонда мәрхүмдәрҙең исемен әйтегеҙ. Мәҫәлән, Кәримә Талха ҡыҙы ) рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡыл, уларҙы минән риза ҡыл. Ҡәберҙәрен иман нуры, Ҡөрьән нуры, Ислам нуры менән нурландырып, донъяла бәндәселек менән ҡылған гонаһ-хаталарын ғәфү ҡылып, ҡылған изгелектәрен арттыр, урындарын йәннәттә ҡыл. Уҡыған Ҡөрьән аяттарыбыҙҙы уларға сират күперен үткәндә етәксе, тамуҡ утынан пәрҙә, йәннәткә кереүҙәренә сәбәпсе ҡыл. Йә Раббым, ил-көндәребеҙгә, ғаиләләребеҙгә, йәндәребеҙгә тыныслыҡ, тәндәребеҙгә сәләмәтлек, маңлай күҙҙәребеҙгә нур биреп, үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙың, етәкселәребеҙҙең күңелдәренә тәүфиҡ-һиҙәйәт биреп, йәшәй торған донъяларыбыҙҙы Ислам донъяһы ҡыл. Малдарыбыҙға бәрәкәт биреп, бәндәселек менән ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа. Телдәребеҙгә, күңелдәребеҙгә сабырлыҡтар биреп, ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе ҡушҡандарыңды үтәп, тыйғандарыңдан тыйылып, Үҙең риза булырлыҡ итеп үткәреүҙәребеҙҙе насип ит. Быға тиклем тәүфиҡһыҙлыҡта йөрөгән бәндәләреңдең күңелдәренә иман нуры һалып, тура юлдарҙы – мәсет, мәҙрәсә юлдарын күрһәт. Өйләнмәгән егеттәребеҙгә, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарыбыҙға хәйерле бәндәләр насип ҡылып, матур ғаиләләр ҡороп, динебеҙҙе ҡеүәтләүсе балалар үҫтерергә насип ҡыл. Йә Раббым, ошо килгән һәм киләсәк йылдарҙы хәйерле йылдарҙан ҡылып, беҙ, бәндәләреңдең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтарын, хаталарын ғәфү ҡылып, афәттәрҙән, хәүеф-хәтәрҙәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан имен ҡылһаң ине. Үҙеңдең киң рәхмәтең менән, мул ниғмәттәреңде күреп һөйөнөргә насип ҡылһаң ине. Әжәлдәребеҙ етеп, аманат йәндәребеҙҙе Үҙеңдең хозурыңа тапшырғанда еңел ауырыу, анһат үлем биреп, ахырғы һүҙебеҙҙе – «Ләә иләәһә илләлааһ. Мүхәммәдүрасүлүллаһ», – тип иман менән донъянан үтеүҙәребеҙҙе насип итеп, ахырғы урындарыбыҙҙы йәннәттә ҡыл. Раббәнә әтинә фиддүнйә хәсәнәтән үә фил-әхирати хәсәнәтән үә ҡыйнә ғәҙәбәннәр. Аллаһтың рәхмәте киң. Ҡыҫҡа сүрә булһынмы, оҙонмо, доға ҡылыусы кешенең теләгәне әруахтарға барып етер, әжер-сауабын ул бирер. Берәйһенә хәйер бирһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.