🌶Боросҡа ниндәй матдә етешмәгәнен нисек белергә?
🌶Боросҡа ниндәй матдә етешмәгәнен нисек белергә? 🟣 Япраҡтар шәмәхә төҫөнә инһә, фосфор етмәй. 🟡 Япраҡтар һарғайһа, азотҡа ҡытлыҡ бар. 🍃 Япраҡтар төрөлөп, формаһын юғалта башлаһа, калий етешмәй. ⚪ Япраҡтарҙа һары-һоро таптар күренһә, магний етешмәү билдәһе. 🌸 Сәскәләр һәм өҫкө япраҡтар ҡойолһа, бор кислотаһы ярҙам итә. Уны 10 литр һыуға 1 сәй ҡалағы иҫәбенән ҡушып һибәләр. Борос шулай уҡ ҡош тиҙәге, һыйыр тиҙәге (коровяк) төнәтмәһе, банан ҡабығы һәм йомортҡа ҡабығы менән дә яҡшы туҡлана. 🍞 Халыҡ араһында киң таралған тағы бер ысул бар - арыш икмәге менән туҡландырыу. Бының өсөн ярты килограмм арыш икмәген 5 литр эҫе һыуға һалып, 4–6 сәғәт төнәтәләр. Артабан һөҙөп алып, алдан һыу һибелгән төптәргә ҡоялар. Мул уңыш сере - ваҡытында ҡарау һәм дөрөҫ туҡландырыу🌿🌶️!