🌶🌶️🌶️Түтәлгә ултыртҡандан һуң боросто туҡландырыу
🌶🌶️🌶️Түтәлгә ултыртҡандан һуң боросто туҡландырыу 🌿Татлы боросто түтәлгә күсереп ултыртҡандан һуң уҡ уны туҡландырыу тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Үҫемлектең йәшел массаһы яҡшы үҫһен, япраҡтары ҡуйы һәм һау булһын өсөн азот мөһим. Бының өсөн әҙер азотлы ашламаларҙы ла ҡулланырға мөмкин. Әммә иң яҡшы тәбиғи сараларҙың береһе - кесерткәндән һәм башҡа йәшел үләндәрҙән әҙерләнгән төнәтмә. Үләндәрҙе бер аҙна самаһы төнәтеп, шул һыу менән боростарҙы һибеү файҙалы. 🌼 Борос сәскә ата башлағас, уға калий менән фосфор кәрәк була. Был осраҡта ағас көлө иң яҡшы ярҙамсы. Көлдө ҡоролай ҙа һибергә мөмкин, йә булмаһа 5 литр һыуға 3 аш ҡалағы иҫәбенән бутап һибергә була. Балыҡ оно булһа, 8 литр һыуға 2 аш ҡалағы ҡушып файҙаланырға мөмкин.