Анон. Һаумыһығыҙ! Өләсәйем тураһында һөйләгем килде. Ул беҙгә бәләкәй саҡтан, өйҙә әллә... — 30 сентября 2026 г. в 14:40:35.982
Анон. Һаумыһығыҙ! Өләсәйем тураһында һөйләгем килде. Ул беҙгә бәләкәй саҡтан, өйҙә әллә нисә кешенең өлөшө ята, ти торғайны. Ҡайҙа ул өлөш, исеме яҙылып ҡуйылғанмы, тип аптырайбыҙ. Юҡ, бына һиңә күршең сәй эсергә инә икән, ашаған ризығы - уның өлөшө була, тип аңлата. Ул төпкөл ауылда йәшәне, техника юҡ, атайым ат егеп барып ала торғайны. Өләсәй килә тип ныҡ ҡыуанабыҙ! Тотош байрам инде! Ул беҙҙең ҡайтыуға ҡоймаҡтар ҡойоп, пирожкиҙар бешереп ҡуя, ойоҡтар бәйләп килтерә. матур итеп күлдәктәр текте. Үҙе матур кейенде. Оҙон сәстәренең осонда тәңкәләре сыңланы... Ҡалай күңелле ине өләсәй булғанда... Йоҡларға ятһаҡ, өләсәй, берәй нәмә һөйлә, тип һорайбыҙ, ул "Саҡ менән Суҡ" кеүек хикәйәттәрҙе һөйләй. Ҡайтарғы килмәй торғайны уны. Аяҡ кейемдәрен йәшереп ҡуя торғайныҡ. Бер ваҡытта ла ризыҡ йәлләмәгеҙ, өҫтәлегеҙҙә һәр ваҡыт ризыҡ булһын, йөҙөгөҙ яҡты булһын, кергән кешегә сәй эсерегеҙ, тип тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙ биш бала үҫтек. Бәләкәй генә нәмә алһағыҙ ҙа, бүлешегеҙ, ти торғайны өләсәй. Әлегәсә шул ғәҙәт. Нимә бешерһәм дә, бүлешәм туғандарым менән. Ул миңә ойоҡ бәйләргә, йөн иләргә, ҡоймаҡ ҡойорға, доғалар уҡырға өйрәтте. Өгөт-нәсихәттәре күңел дәфтәрендә. Ул әүлиә ине, алдан күрҙе ни булырын. Иҫ киткес мөләйем ине... Насарлыҡ эшләһәк тә, ипләп кенә аңлата ине, улай ярамай, тип.. Һәр нәмәнең йәне бар, тип өйрәтте. Йәне йәннәттә булһын инде өләсәйемдең! Эй, Өкө дуҫым, һиңә яҙҙым инде хәтирәләремде. Аптырамағыҙ инде, бер кемгә лә һөйләй алмайым, тик һеҙгә генә. Ҙур рәхмәт төркөм өсөн!