Сәләм( АНОНИМ ) Бала саҡта( 4-6 кластар тирәһе булғандыр) ҡараңғыға тиклем шар һуға тор... — 10 июня 2026 г. в 13:31:08.680
Сәләм( АНОНИМ ) Бала саҡта( 4-6 кластар тирәһе булғандыр) ҡараңғыға тиклем шар һуға торғайныҡ.Бер көндө шулай ҡараңғы төшкәнсе уйнап,ҡайтырға сыҡтым. Кул- аяҡтар ,ыштан да туңған ,ҡалтырап ҡайтып барам.Ойгэ етергә бер- ике өй калгайны, күршеләрҙең юл ситендә ултырған бесэне( кәбәндәр) яна.Ялкыны минең битемде йылыта башланы.Беренсе уйым, янған кәбән янына кереп йылыныу. Кәртә буйына еткәс, әллә ыштан туңған булғанға кәртә аша, тошэлмэнем,әллә н ниндәйҙер көс унда ебәрмәне. Үҙем нисектер өйгә ҡайтып керҙем дә: күршеләрҙең бесәне яна ,тинем.Ойзэгелэр бөтәһе лә соланға сығып ҡарағайнылар, янған бер нимә лә күрмәгәндәр. Әгәр ҙә, шунда кереп йылынһаң,ауырыу эләгер ине, тип ҡурҡыттылар. Аҙаҡ, Павел Корчагин тураһында кинола ул тоже ныҡ итеп өшөп ,күҙенә йылы күренә башланы. Ышанагызмы юҡмы уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. 😇🎇🌃