Анон. Йәш саҡта дуҫым, ике таныш ҡыҙ менән дүртәүләп төндә минең машинала Баймаҡ ҡалаһы... — 10 июня 2026 г. в 18:37:07.648
Анон. Йәш саҡта дуҫым, ике таныш ҡыҙ менән дүртәүләп төндә минең машинала Баймаҡ ҡалаһы буйлап йөрөнөк-йөрөнөк тә, ҡыҙҙар, әйҙә Граф күле буйына, шунда тәбиғәт ҡосағында исмаһам ултырайыҡ, ҡалала уже күңелһеҙ тиҙәр. Сығып киттек шул яҡҡа. Музыка уйнай салонда , тәҙрә асыҡ, шаяра-көлә ашыҡмай ғына килә ятабыҙ. Граф күленә етер саҡта ҡайһы юлдан барайыҡ, ҡайҙа ултырабыҙ, тип перекрестокта туҡтаныҡ. Унда бер кем дә юҡ ине. Әммә туктауыбыҙ булды, ҡапыл ныҡ һыуыҡ ел бәрелде салонға һәм кемдер сәйер тауышлы минең тәҙрә яғынан, Баймаҡҡа барагызмы, тип һорамаһынмы! Минең ҡолаҡ төбөндә генә! Кешеһе бөтөнләй күренмәй! Просто тауыш ҡына!Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер юлы ғына шарр итеп ҡалдыҡ! Ҡот осто! Әлдә машинаны һүндермәгәнмен, сразы газға баҫтым! Тәҙрәне нисек япҡанды ла иҫләмәйем. Тәбиғәт ҡайғыһы ла, ҡыҙҙар ҡайғыһы ла китте, тиҙерәк ҡалаға ҡайтыуҙы ғына уйланык.Бер илле метр үткәс, ҡайҙа бараһың, ҡайтыр кәрәк бит, килгән юлдан ҡайтыр яҡҡа боролдок. Тауыш ишетелгән тирәлә бер кем дә юҡ ине! Бер ни ҙә юҡ! Тирә яғыбыҙға ҡарай ҡарай, бәлки все таки кеше булғандыр тип үҙебеҙҙе тынысландырырға маташып ҡайтып еттек. Ҡурҡһаҡ та юл ситен байҡап ҡарап ҡайттыҡ, әгәр кемдер булһа мотлаҡ күрер инек.Нимә булды ул, тип шаҡ ҡатып, нимә уйларға ла белмәй, осрашҡан һайын шуны иҫләп һөйләп алабыҙ... Һаманғаса ул сәйер тауыш ҡолаҡ төбөндә генә яңғырап киткәндәй, онотолмай. Бәлки башҡа тағы кемдер шул перекрестокта шундай сәйер хәлгә тарығандыр, белге килә. Анон.