Реаниматолог Петерис Клява: — 10 июня 2026 г. в 13:24:24.417
Реаниматолог Петерис Клява: “...Кеше тормошонда һис ҡасан онотолмаҫлыҡ, ләкин башҡалар менән бүлешеүе уңайһыҙ тойолған осраҡтар була. Ундай хәлдәр менән ғәҙәттә табиптар, летчиктар һәм космонавтар осраша: "Башҡа һыймаҫлыҡ нәмәне күрҙем, әммә был турала бер кемгә лә әйтмәйем, сөнки йә аҡылдан яҙған, йә наркоман тиеүҙәре, эштән ебәреүҙәре лә мөмкин". Күп йылдар элек, мин яңы ғына реаниматолог булып эшләй башлаған осорҙа, газ баллоны шартлап, әсә кеше һәләк була, тәненең 90 проценты янған улын реанимацияға алып килделәр. Коридор буйлап палатаһына табан китеп барғанда, иҙәнгә тиклем оҙонлоҡтағы мул аҡ кейем кейгән оҙон сәсле йәш ҡатын шунда инеп китте. Мин: "Бәй, берәй яңы шәфҡәт туташы бөгөн дежурҙамы икән?” – тип ғәжәпләнеп, артынан палатаға индем. Ә палатала пациенттан башҡа бер кем дә юҡ! Ә мин бит йәш ҡатынды шундай ап-асыҡ күрҙем! Ҡапыл монитор ауырыуҙың хәле насарайыуын күрһәтте. Мин реанимация башланым, әммә малай үлде... Аҡ кейемле ҡатындың барлыҡҡа килеүенә бер генә аңлатмам бар - малайҙың әсәһе уның йәненә тәндән сығырға ярҙам итергә килгән. Тағы бер осраҡ мине оҙаҡ ваҡыт борсой. Өс йәшлек ҡыҙ йөрәк операцияһынан һуң вафат булды. Бер нисә көн буш палатала уның илаған тауышы ишетелеп торҙо... Хатта палатаға осраҡлы килеп эләккәндәр ҙә, уның турала һис бер ни белмәгәндәр ҙә, әсәһен саҡырған ҡыҙ баланың тауышын ишетеп һағая ине. Бала теге донъяға китә алмай ыҙаланы, тип уйлайым – ҡыҙыҡайҙы үлгән ерендә яҡындарының, атап әйткәндә, әсәһенең, уны юғалтыу ҡайғыһынан ғазапланыуы тотто, ахыры... Барыбыҙға ла кешенең үлеме оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс икәнен белергә кәрәк. Ҡара ҡайғыға батыу, ниңә беҙҙе ташлап киттең, тип ҡысҡырырға, артыҡ ныҡ ҡайғырырға ярамай. Кешенең йәне, яҡындарына, өйөнә йәбешергә маташҡан килеш, ер атмосфераһы ҡатламында ҡалыуы ла ихтимал, өрәк кеүек, һәм ул сикһеҙ ғазапланасаҡ. Доға ҡылыу иң дөрөҫө. Доға оҙон булырға тейеш, ҡырҡ көнгә тиклем - беҙҙең кимәлдә ҡала биргән йәндең “эфир кәүҙәһе” тарҡалғанға тиклем. Ҡырҡ көндән һуң йән тулыһынса икенсе үлсәмгә күсәсәк".