Анон. Ирҙең хыянаты үҙәккә үткән... Иремдең ҡулы аҫтында эшләгән йәш ҡатын менән иремде... — 1 октября 2026 г. в 09:52:42.753
Анон. Ирҙең хыянаты үҙәккә үткән... Иремдең ҡулы аҫтында эшләгән йәш ҡатын менән иремде бүлешергә мәжбүрмен... Ирем менән икебеҙ ҙә публичный кешеләр, өйҙәге хәлде тышҡа сығарып булмай. Иң ҡыйыны - кемдәрҙер белә иремдең йөрөүен, беҙҙе һөйләйҙәрҙер ҙә, ә миңә йылмайып-көлөп йөрөргә тура килә. Һынатмаҫҡа нисек тә тырышыла. Бергә фото төшәбеҙ, йәнәһе лә беҙ бәхетле, уңышлы ғаилә, ә ысынында иһә ул һөйәркәһенә сығып киткән һайын илайым. Ирешеп тә, һөйләшеп тә, илап та ҡараным, бөтә бушҡа... Айырылышһам, барыһының да телендә буласаҡбыҙ. Ул һөйәркәһен алыр ҙа, йәшәп китер, уны аҡлар халыҡ, миндә ғәйеп эҙләйәсәктәр. Сабыр итәбеҙ инде, тим, алда яҙған ҡатынға.