Ағиҙел аға ғына — 11 июня 2026 г. в 06:00:13.395
Ағиҙел аға ғына Ағиҙел ял белмәй аға ғына, Күктә бөркөт ҡанат ҡаға ғына. Йылдар, юлдар, сәмле бәйгеселәй, Кемуҙарҙан алға саба ғына. Үтер юлдар, борма булһалар ҙа, Ағиҙелдән генә айырмаһын. Башҡорт осһон Урал бөркөтөндәй, Ҡанаттарын йылдар ҡайырмаһын. "Ағиҙел" бит – беҙгә бишек йыры, Һылыуҙарҙың нурлы күҙҙәре лә, Сал быуаттар үтеп бөгөнгәсә Йәшәп килгән сәсән һүҙҙәре лә. Һәр бер өҫтәл, китап кәштәләре "Ағиҙел"һеҙ йәтим тойолмаһын. Рухи байлыҡ көҙгө япраҡ түгел, Һалҡын ел иҫә, тип ҡойолмаһын. Заманыбыҙ үтә бысранды шул, "Ағиҙел"һеҙ уны йыуып булмай. "Ағиҙел"һеҙ зиһен томалана, Ысын башҡорт булып тыуып булмай. Тимер Ниәтшин.

