Бесән - бесән... — 30 июня 2026 г. в 02:41:45.265
Бесән - бесән... Июль, июль...Инде малым да юҡ, Кәрәк түгел бесән сабаһы, Ялан күрһәм - килә салғы тотҡом, Рәттәр күрһәм - күбә һалаһы. Шәфәҡ кеүек алһыу төҫкә буяй Үткәндәрҙе бөгөн һай хәтер: Михнәте лә бесән эшләүҙәрҙең Булған икән йәшлек рәхәте. Һынай ине бесән һәр берәүҙе, Әйтәм әле берҙе биш итмәй: Иң-иң иҫтә нимә тиһегеҙме- Сабынлыҡта элгән бишектәр... ©Гүзәл Ситдиҡова
134 просмотров

