Өфө егете Арыҫлан Ярмуллинды сираттағы уңышы менән! — 27 августа 2026 г. в 12:52:08.536
Өфө егете Арыҫлан Ярмуллинды сираттағы уңышы менән! Өфөнән корей теле уҡытыусыһы Арыҫлан Ярмуллин Корея республикаһының берләштереү министрлығы ҡарамағындағы корей ярымутрауын берләштереү буйынса мәғрифәтселек советына ингән. Был хаҡта Арыҫлан «Башинформ»ға хәбәр иткән. Арыҫлан — хеҙмәттәшебеҙ, «Аманат»тың баш мөхәрире Сәлмән Ярмуллиндың улы. Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған. Студент йылдарында ул корей йырҙары ҡыҙыҡһынып китә һәм ошо үҙенсәлекле телде өйрәнеү теләге менән яна башлай. Тырышып өйрәнә торғас, Арыҫлан корей телен халыҡ-ара кимәлдә уҡытырлыҡ дәрәжәгә етә. Әле иһә ул Өфөлә «Тонари» клубын ойошторған һәм корей теленән онлайн-дәрестәр бирә. Ситтән тороп Мәскәүҙәге тел мәктәбендә эшләп тә өлгөрә.

