2026 йылда башҡорт яҙыусыһы Нажиә Игеҙйәнова 80 йәшен билдәләй. Ул күптән инде проза оҫ... — 26 августа 2026 г. в 12:42:59.567
2026 йылда башҡорт яҙыусыһы Нажиә Игеҙйәнова 80 йәшен билдәләй. Ул күптән инде проза оҫтаһы булараҡ танылды, китаптары халыҡ һөйөүен яуланы. Быға яҙыусының халыҡсан теле, һирәк осрай торған күҙәтеүсәнлеге һәм шаянлығы, көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе аңлауы булышлыҡ иткәндер ҙә. Нажиә Игеҙйәнованың юбилейы уңайынан ошо көндәрҙә мөһим ваҡиға булды: яҙыусының дүрт томлыҡ китабы донъя күрҙе! Был ваҡиға автор өсөн генә түгел, тотош милли әҙәбиәт өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә әһәмиәтле. Нажиә Заһир ҡыҙына ысын күңелдән именлек, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ.

