Районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе - Ғәҙелгәрәй ауылынан Рауил Ғүмәр улы һәм Фәниә... — 8 июля 2026 г. в 12:54:21.657
Районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе - Ғәҙелгәрәй ауылынан Рауил Ғүмәр улы һәм Фәниә Шаһишәриф ҡыҙы Билаловтар ғаиләһенә "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды. Фәниә Шаһишәриф ҡыҙы – Әтек ауылында тыуып үҫә. Оҙаҡ йылдар Ғәҙелгәрәй ауылында почта хеҙмәткәре булып эшләй. Рауил Ғүмәр улы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуып үҫә. Тракторист булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Билаловтар ғаиләһе 6 бала тәрбиәләйҙәр. 17 ейән - ейәнсәргә олатай-өләсәй улар. Әле лә матур итеп донъя көтәләр, баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт көтәләр. Билаловтар ғаиләһе сәләмәт тормош алып бара һәм балаларына был ғәҙәтте һеңдергән, уларҙың һаулығын, белем алыуын, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫешен тейешле кимәлдә ҡарауҙы тәьмин иткән. Улар ғаилә бәйләнештәрен нығытыуҙа, балалар тәрбиәләүҙә башҡаларға өлгө булып тора. Ғәҙелгәрәй һәм Кейекбай ауылдарында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары менән ғаилә ауылдаштарының ихтирамын яулаған.

