Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре! — 12 июля 2026 г. в 05:20:26.537
Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Рәсәй почтаһы көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Яңы коммуникация технологиялары даими үҫешкән заманда ла почта иң киң таралған, һәр кем ҡуллана алған элемтә төрҙәренең береһе булып ҡала һәм үҙенең социаль әһәмиәтен юғалтмай. Ул халыҡҡа матбуғат баҫмаларын, пенсия, хаттар һәм башҡа корреспонденцияларҙы еткереү менән бер рәттән почта хеҙмәтенең заманса төрҙәре менән тәьмин итә. Бөгөн беҙҙең райондың почта тармағында үҙ һөнәренә күңеле менән бирелгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙың тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы ҡарашы почта хеҙмәтенең ышаныслы бәйләнеш сараһының береһе булып ҡала килеүендә мөһим роль уйнай. Яуаплы һәм еңел булмаған, әммә район халҡы өсөн шундай кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта намыҫлы хеҙмәт иткән, уның үҫешенә үҙ өлөштәрен индергән ветерандарыбыҙға ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре! Байрам уңайынан һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, барлыҡ эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин

