Нәби ауылында йәшәүсе Мәжит Зиннур улы һәм Шәмсиә Хөснитдин ҡыҙы Хисматуллиндар. — 8 июля 2026 г. в 12:54:06.629
Нәби ауылында йәшәүсе Мәжит Зиннур улы һәм Шәмсиә Хөснитдин ҡыҙы Хисматуллиндар. Шәмсиә Хөснөтдин ҡыҙы - Яңы Монасип ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, Нәби ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә. Оҙаҡ йылдар Нәби урта мәктәбендә директор булып эшләй, Иҫке Монасип ауылы хәкимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Мәжит Зиннур улы Нәби ауылында тыуып үҫә. Газсервис ойошмаһында эшләп хаҡлы ялға сыға. Хисматуллиндар ғаиләһе 1 ул һәм 2 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.5 ейәнгә, 2 ейәнсәргә олатай-өләсәй улар. Әле лә матур итеп донъя көтәләр, баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт көтәләр.

