МХО - ла ҡатнашыусы яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеү - барыбыҙҙың да изге бурыс. "Ағиҙел"... — 12 июля 2026 г. в 12:02:34.528
МХО - ла ҡатнашыусы яугир егеттәребеҙгә ярҙам итеү - барыбыҙҙың да изге бурыс. "Ағиҙел" тәрбиәүи - һауыҡтырыу лагерының балалары һәм хеҙмәткәрҙәре маскировкалау селтәрҙәрен күмәк көс менән бәйләп бөттөләр. Хатта лагерға яҡын йәшәүсе отставкалағы 100 йәште ҡыуыусы полковник Ғәләүетдин бабай Ҡолдәүләтов та үҙ өлөшөн индерҙе. Афариндар! Гуманитар ярҙам йыйыу пунктына яугирҙарыбыҙға бөгөнгө көндә иң кәрәкле булған был ике маскировка селтәре иртәгә алып барып тапшырыласаҡ. - Тиҙерәк Еңеү таңы атыуын, яугирҙарыбыҙҙың үҙ аяҡтарында, имен - һау тыуған яҡтарына, үҙ йорттарына ҡайтып инеүҙәрен теләйбеҙ, - тиҙәр ял итеүсе балалар һәм лагерь хеҙмәткәрҙәре. Сығанаҡ: vk.com/wall-179557795_1288

