3 ноябрь көнө район мәҙәниәт һарайында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә, Рәсәй халыҡтары бер...
3 ноябрь көнө район мәҙәниәт һарайында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналып үткән байрам концертында сағыу ғаилә сығыштары һөйөндөрҙө. Үҙ моңдарын бүләк итеүселәрҙең береһе - Брәтәк ауылынан Ишкилде һәм Эльвира Фәхрийәновтар ғаиләһе. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында “Күп балалы башҡорт ғаиләһе” номинацияһында билдәләнгән Фәхрийәновтар ғаиләһе райондаштарының, уларҙы белгән һәр кемдең ихтирамына лайыҡ. Үҙ көстәре менән тырышып, гөрләтеп донъя көтә, балаларына күркәм тәрбиә бирә улар, үҙ миҫалында күп балалы татыу ғаиләнең бөтә өҫтөнлөктәрен күрһәтә. Татыу, берҙәм, күркәм ғаиләгә киләсәктә лә һаулыҡ, именлек, уңыштар теләйбеҙ! #День_народного_единства #Год_единства_народов_России #Год_большой_и_дружной_семьи #Бурзянский_район
Канал в каталоге Максиметера
224 подписчиков · Госорганы и учреждения