Перейти к содержимому
Максиметер

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары!

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Район ауыл хужалығының малсылыҡ, ҡортсолоҡ тармағында ветеринария хеҙмәте мөһим урын алып тора. Биләмәлә мал-тыуарҙың именлеген һеҙҙең дә тырышлыҡ, эшегегеҙгә яуаплы ҡарашығыҙ тәьмин итә, был иһә үҙ сиратында сифатлы, таҙа аҙыҡ-түлек сығанағы булып тора. Ваҡытында үткәрелгән профилактик саралар тотороҡло эпизоотик хәл һаҡланыуына булышлыҡ итә, төрлө ауырыуҙарҙың киң таралыуына юл ҡуймай. Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Байрам уңайынан һеҙгә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, район йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, һөнәри үрҙәр теләйем! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.М. Абдуллин

104 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

224 подписчиков · Политика

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Политика»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.