Ете тиҫтәгә яҡын татыу, матур ғаилә ҡороп йәшәүсе, бынамын тигән 8 бала тәрбиәләп үҫтер...
Ете тиҫтәгә яҡын татыу, матур ғаилә ҡороп йәшәүсе, бынамын тигән 8 бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөнгө көндә лә йәш быуынға күркәм үрнәкле Ғәйнетдин һәм Бибинур Алтынбаевтар - Байназар ауылының иң дәү парҙарының береһе. Быйылғы йылда Ғәйнетдин апаға - 94, инәйгә 88 йәш. Балалыҡ, йәшлек йылдарында ауырлыҡты үҙ иңдәрендә татыған, йәшәү ҡәҙерен белгән, балаларына, ейән - ейәнсәрҙәренә, бүлә - бүләсәрҙәренә яҡшы тәрбиә биреп, үрнәк булған әсәй - атай, өләсәй - олатай, дәү өләсәй - дәү олатай Алтынбаевтар Байназар ауылы йылъяҙмаһына ингән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа илебеҙ именлеге өсөн беренселәрҙән булып лайыҡлы кандидаттарға тауыш бирҙеләр. РФ Дәүләт Думаһына депутат һайлауҙың һуңғы көнө ғәҙәттәгесә 8.00 сәғәттә башланды. Бөтә һайлау участкалары ла ҡәҙимге режимда эшләй. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026